Ринат Камалов: Киләсәк мәҙәниәтебеҙҙең кирбестәрен беҙ бөгөн һалабыҙ

Добавлено 29 сентября 2014 kamalov_06

Ринат Камалов (дирижер)

Статья на русском языке

Ринат Камалов: Киләсәк мәҙәниәтебеҙҙең кирбестәрен беҙ бөгөн һалабыҙ

Бөгөн Ринат өс ҡала менән тығыҙ бәйләнештә: ғаиләһе бер ҡалала йәшәй, үҙе икенсе ҡалала, ә уҡыуы — бөтөнләй сит илдә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең геройыбыҙ төрлө урындарҙа йәшәргә һәм эшләргә өлгөрә. Өҫтәүенә: «Теге-йәки был өлкәлә мин үрнәк итеп ҡуйған кеше эшләгән эштең йөҙҙән бер өлөшөн дә эшләмәгәнмен», — ти. Ә минеңсә, күптәр Ринатҡа тиңләшергә тырышырға тейеш: теүәл маҡсаттары булған, тормоштан нимә теләүен аныҡ аңлаған егет тырыш һәм үҙ-үҙенә ышана. Иң мөһиме, Ринат үҙе хаҡында ғына түгел, халҡының киләсәген дә ҡайғырта.


РИНАТ КАМАЛОВ
Йәшәү урыны: Санкт-Петербургта ғаиләм (ҡатыным һәм ҡыҙым) менән йәшәйем, Францияның Мец ҡалаһында уҡыйым, Өфөлә эшләйем.
Тыуған ере: Башҡортостан Республикаһының Учалы районы, Уральск ҡасабаһы.
Йәше: 27.
Белеме: Н. А. Римский Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы (дирижерлыҡ һәм композиция факультеты), Le Conservatoire Gabriel Pierné de Metz (Франция).
Яратҡан китаптары: Изге Ҡөрьән, Шефик Джандың «Донъяның илаһи флейтаһы», Ричард Бахтың «Джонатан Ливингстон исемле, аҡсарлаҡ», Олдос Хаксли әҫәрҙәре.
Ял өсөн иң яҡшы урын: эш урыны.
Девиз: Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыу уңышһыҙлыҡтың үҙенән ҡурҡыныс.
Мауығыуҙары: Китап уҡыу, ат сабыштары һәм ылыҫлы, ағастарҙы өйрәнеү.

Ринат, үҙеңдең әлеге ваҡыттағы эшмәкәрлегең тураһында һөйләп үт әле, зинһар.
БР Милли симфоник оркестры менән берлектә заманса музыка концертын әҙерләйем.

Францияға ҡасан һәм ниндәй маҡсат менән сығып киттең?
Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң, Франция һәм Люксембургтың сигендә урынлашҡан Мец ҡалаһы консерваторияһына уҡырға индем. Был уҡыу йортонда белем алыу мотлаҡ шунда булыуҙы талап итмәй. Мөмкинлектән файҙаланып, ваҡытымды өс өлөшкә бүлдем: уҡыу — Францияла, эшем — республикабыҙҙың Милли симфоник оркестрында, ғаилә тормошом — Санкт-Петербургта.

Франциянан тәүге тәьҫораттарың?
Бик алсаҡ кешеләр, тәмләп ашарға яраталар, тап-таҙа урамдар һәм ҡалалар.

Сит илдә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осраның? Уларҙы нисек үттең?
Ауырлыҡтар, күпселек осраҡта, үҙ-үҙем менән бәйле. Мәҫәлән, француздар рус телен һәм башҡорт күңелен белмәгәнгә ғәйепле түгел бит? Теге йәки был телде, мәҙәниәтте белмәүҙән дә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әйткәндәй, минең тәжрибәм раҫланды. Телде тиҙ генә өйрәнеү өсөн телде йөрөтөүселәр менән аралашырға кәрәк.

Ниндәй телдәрҙе беләһең? Француздар менән ниндәй телдә аралашаһың?
Француз телендә. Беренсенән, был миңә файҙалы, икенсенән, улар сит телдә теләкһеҙ һөйләшә.

Француздар Рәсәй халҡынан, башҡорттарҙан нимә менән айырыла?
Рәсәйҙә бихисап халыҡ йәшәһә лә, уларҙы бер һыҙат — аралашмаусанлыҡ берләштерә. Ә француздар киреһенсә, ҡайҙа һәм кем менән булыуға ҡарамаҫтан, еңел генә әңгәмә ҡороп китеүе ихтимал. Ә беҙҙең менталитет тәүҙә кешене «фейс-контроль» аша үткәрә.

Сит илгә күсеп, йәшәй башлау өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға? Алдан әҙерлек кәрәкме?
Йәшәргә теләгән илгә, уның кешеләренә, тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Ваҡытлыса «кендегеңде» ҡырҡырға һәм тормошҡа зарланмаҫҡа.

Үҙеңдең һөнәрең тураһында һөйләп үт. Ҡасандан дирижер булып киттең?
Дирижерлыҡ — композиторҙың нимә әйтергә теләгәнен башҡарыусылар менән берлектә еткерә белеү оҫталығы. Мин тыңлаусыларҙы үҙем өсөн «уйлаусылар» тип атайым. Бер ваҡыт ике композитор бәхәсләшеп киткән, ти. «Мин тамашасыларымды музыкамды тыңларға мәжбүр итәм!» — ти икән беренсеһе. Икенсеһе: «Ә мин — уйларға», — тип яуап биргән.
Дирижерлыҡ менән Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ мауыға башланым, артабан Санкт-Петербургта белемемде камиллаштырырға ҡарар иттем.

Өфөлә оркестр фильмдарҙың саундтректарын уйнап, концерт ҡуйғайны. Шул хаҡта ишетеүе ҡыҙыҡ. Халыҡ һеҙҙе ҡабул иттеме? Проекттың маҡсаттары ниндәй?
Концерт «Француз киноһы музыкаһы» тип атала ине. Идея минеке түгел, ә оркестрҙың художество етәкселегенеке. Проектҡа Поль Мориа, Мишель Легран, Шарль Азнавур һ.б башҡаларҙың көйҙәре индерелде. Концерт аншлаг менән үтте: хатта үҙемдең ата-әсәйемә лә билет таба алманым. Артабан беҙ был концертты бер нисә тапҡыр ҡабатланыҡ, Стәрлетамаҡҡа алып барҙыҡ. Миңә элекке француз кинолары оҡшай.

Дирижер булыуы ҡыйынмы?
Ринат: Иртәнсәк — эйе, кискеһен — юҡ.

Һин нисек уйлайһың, уңыш ҡаҙаныу өсөн юғары белемгә эйә булыу мотлаҡмы?
Әгәр хирург булырға теләһәң, медицина университетын тамамлау тураһында диплом ҡамасауламаясаҡ. Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн юғары белем мотлаҡ: табиптар, осоусылар, фармацевттар һ.б. Ә сәйәсмән, спортсы, эшҡыуарҙың дипломһыҙ булыуы ла ихтимал. Уңыш тураһында шуны әйткем килә, ул һәр кемдеке — үҙенсә. Учалы районында йәшәүсе ата-әсәйемдең күршеһе өсөн уңыш — ҙур балыҡ ҡармаҡлау.

Билдәлелекте нисек тояһың?
Билдәлелек — һине һүҙһеҙ генә аңлауҙары. Әлегә миңә күп һөйләргә тура килә.

Башҡортостанда йыш булаһыңмы?
Питерҙа уҡыған саҡта йылына ике тапҡыр ҡайта инем. Эшләй башлағас, тыуған еремдә йышыраҡ булам.

Һин үрнәк алған кешеләр бармы?
Әлбиттә! Һәр өлкәлә минең үҙ геройым бар. Тик уларҙың ҡайһылары миндә үҙ-үҙемә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек кенә уята, сөнки улар эшләгән эштең йөҙҙән бер өлөшөн дә башҡармағанмын әле.

Тормошоңдағы мөһим кешеләр?
Яҡындарым һәм туғандарым, дуҫтарым, уҡытыусыларым һәм донъяның бөтә изге кешеләре.

Ринат, ғаиләң тураһында ла һөйләп үт әле.
Ҡатыным менән Питерҙа уҡыған саҡта таныштым. Шунда уҡ беҙ өйләнештек. Уның исеме Лилиә, ул — тел белгесе. Беҙҙең бер йәшлек ҡыҙыбыҙ бар. Уны киләсәктә полиглот итергә хыялланабыҙ.
Үҙем үҫкән ғаилә тураһында ла һөйләгем килә. Минең атайым, әсәйем һәм ике, ағайым бар. Ата-әсәйем Уральск ҡасабаһында йәшәй. Улар бәләкәйҙән беҙҙең берәй файҙалы шөғөл менән мауығыуыбыҙҙы хупланы. Атайымдың исеме — Марс, әсәйемдеке — Гөлниса, ә хәрби, ағайҙарым — Марат һәм Булат.

Ниндәй музыканы яратаһың?
Йөрәк түренән сыҡҡан моңдо.

Маҡсаттарың?
Алланың ҡәнәғәтлеге. Башланған эштәрҙе, аҙағына тиклем еткереү.

Хыялың?
Ул миндә берәү генә түгел, бик күп. Бер, аҡыллы кешенең кәңәше буйынса ҡағыҙға яҙҙым — ун алты килеп сыҡты.

Әңгәмәнең аҙағында Ринат: «Беҙҙең халыҡ бихисап ыңғай сифаттар һәм бай мәҙәниәткә эйә. Быларҙың барыһы ла ата-бабаларыбыҙҙың тырышлығы менән электән һалынғайны. Бөгөн беҙ киләсәгебеҙҙең кирбестәрен һалабыҙ. Ул ҡайһылай булыр? Бер тапҡырҙан әйтеп ҡарағыҙ.»

Тәржемә Минзәлә Асҡарова
Bashkort 2.0 — башҡортса

vkfbt@g+ljpermalink

Комментарии

  1. Тимур Халиуллин, 13 октября 2014:

    Хорошо бы предоставлять и перевод к таким статьям )

    • muzkarta, 13 октября 2014:

      Ай, эта же статья ниже в ленте Рината на русском. Спасибо, Тимур, за подсказку, ссылку добавили muzk.info.

© 2009–2016 АНО «Информационный музыкальный центр». muzkarta@gmail.com
Отправить сообщение модератору